Башкирские пословицы о дружбе
Кандидат на добавление в реестр ОНКН РБ
- Дуҫ булһаң, дуҫ ҡәҙерен онотма.
- Дуҫ дуҫ өсөн мал бирер, яу килгәндә йән бирер.
- Дуҫ - дуҫтың көҙгөһө.
- Дуҫ илатып өйрәтер, дошман көлдөрөп көйрәтер.
- Дуҫ килгән көн - байрам көн.
- Дуҫ һөйөнһөн, дошман көйөнһөн.
- Дуҫ хаҡы өсөн йән фиҙа.
- Дуҫ әйтһә - ҡалма, дошман әйтһә - барма.
- Дуҫты тапҡансы эҙлә,тапһаң - һаҡла.
- Дуҫы күпте яу алмай.
- Дуҫһыҙ кеше - ҡанатһыҙ ҡош.
- Дуҫың күп булһа, дошманың үҙе үлер.
- Дуҫың ниндәй - ҡәҙерең шундай.
- Дуҫың яныңда булмаһа, донъяның йәме юҡ.
- Ике яҡшы дуҫ булһа, ике аранан ҡыл үтмәҫ.
- Ил өҫтөндә илле дуҫың булһын.
- Кейемдең яңыһын маҡта, дуҫтың иҫкеһен маҡта.
- Дуҫыңды дуҫ итә бел, эшеңде эш итә бел.
- Дуҫың һуҡмағына үлән үҫтермә.
- Йөҙ һум аҡса булғансы, йөҙ дуҫың булһын.
- Ысын дуҫ бәхетһеҙлектә һанала.
- Ағас тамыры менән, кеше дуҫтары менән көслө.
- Дуҫ көлгәндә беленмәй, бөлгәндә беленә.
- Дуҫ ҡәҙерен һуғышта белерһең.
- Дуҫын яҡламаған яуға ҡалыр.
- Дуҫ битлеген кейгән дошман хәтәр.
- Дуҫ-ишле булайым тиһәң, кенә тотма.
- Дуҫ күҙеңә ҡарап әйтер, дошман артыңда ғәйбәт һатыр.
- Дуҫ күп булһа ла — аҙ, дошман бер булһа ла — күп.
- Дуҫ менән дуҫ булғанға шатлан, дошман менән дуҫ булыуҙан һаҡлан.
- Дуҫ үпкәләһә, дошман кинәнер.
- Дуҫтан дошманды айыра бел.
- ҡалышыу — дуҫһыҙ ҡалыу.
- Дуҫтар хәтерен ҡалдырһаң, дошман хәтерен табырһың.
- Дуҫтың дуҫлығы ҡара көндә беленер.
- Дуҫтың дуҫлығы яуҙа беленә.
- Дуҫың булһа, үҙеңдән артыҡ булһын.
- Дуҫың менән дуҫ булғанға шатлан,
- Дошманың менән дуҫ булғандан һаҡлан!
- Дуҫың яман булһа, айбалтаң яныңда булһын.
- Дуҫың яныңда булмаһа, донъяның йәме юҡ.
- Дуҫыңа ат бирмә, ат бирһәң, яй йөрө, тимә.
- Дуҫыңды дуҫ итә бел, эшеңде эш итә бел.
- Дуҫыңдың кем икәнен юлға сыҡҡас белерһең.
- Егетте дуҫынан таны.
- Ике йөҙлө дуҫтан дошман яҡшы.
-
Башкирские пословицы о дружбе
Кандидат на добавление в реестр ОНКН РБ