Башкирские пословицы о матери
Кандидат на добавление в реестр ОНКН РБ
- Әсә хаҡы – тәңре хаҡы.
- Әсә ҡулы – им.
- Әсәhеҙ ғаилә - hүнгән усаҡ .
- Әсә янында бала етем булмай.
- Әсәhен ҡәҙерләгән ҡәҙерле булыр.
- Ҡояш – яҡтылыҡ, әсәй – бәхетлек.
- Әсәйгә бөтә балалар ҙа бер.
- Әсә йөрәге ҡояштан да нығыраҡ йылыта.
- Ҡош яҙға ҡыуана, бәпес – әсәйгә.
- Һәр әсәгә үҙ балаһы яҡын.
- Әсәйҙән дә яҡын иптәш юҡ.
- Әсә күңеле балала, бала күңеле далала.
- Әсәй - ҡаҙна, атай – еҙнә.
- Бала ҡəҙерен əсə белер.
- Телһеҙҙең телен əсəһе белер.
- Үҙ əсəң бауырһаҡ, үгəй инəң — һарымһаҡ.
- Атаһыҙ бала етем түгел, əсəһеҙ бала етем.
- Əсə ҡуйыны тундан йылыраҡ.
- Əсə йылыһы — ҡояш йылыһы.
- Ағасына күрə алмаһы, əсəһенə күрə балаһы.
- Бала шатлығы — əсə шатлығы.
- Ата-əсə алғышы утҡа-һыуға батырмаҫ.
- Ата-əсəһенə ҡəҙер күрһəтмəгəн — үҙе лə изгелек күрмəҫ.
- Баланың ғəйебе — ата-əсəнеке.
- Донъяла ата-əсəнəн башҡа бар нəмə лə табыла.
- Астан үлһəң дə, ата-əсəңде ташлама.
- Ир бала — ата-əсəгə таяу, ҡыҙ бала — өйгə яҡҡан буяу.
- Атаны күреп ул үҫер, əсəне күреп ҡыҙ үҫер.
Башкирские пословицы о матери
Кандидат на добавление в реестр ОНКН РБ