Башкирские пословицы о труде и службе
Кандидат на добавление в реестр ОНКН РБ
- Һөнәрленең ҡулы алтын.
- Ҡулың оҫта булһын, һүҙең ҡыҫҡа булһын.
- Ҡулы белгән бал ашар.
- Сәмле эш - йәмле эш.
- Белгән белгәнен эшләр, белмәгән беләген тешләр.
- Эшһеҙ кеше - көсһөҙ кеше.
- Буй эшләмәй, ҡул эшләй.
- Эше барҙың ашы бар.
- Ҡалған эшкә ҡар яуыр.
- Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ.
- Кем эшләмәй, шул ашамай.
- Эшләгәнең кешегә, өйрәнгәнең үҙеңә.
- Аҙ һөйлә, күп эшлә.
- Тырышҡан табыр, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр.
- Эшең һәм аҡылың барҙа һаулығыңа үлем булмаҫ.
- Эшләгән - тапҡан, ауыҙына ҡапҡан.
- Эшләгәнгә эш ҡарышмай.
- Эш араһында эш бөтә.
- Эш белмәгән эш өҫтөндә үлгән.
- Эш белмәйенсә, аҡыл белмәҫһең.
- Эш беләктә түгел, йөрәктә.
- Эш бөтмәй йән тынмай.
- Эш иплене ярата.
- Эш кемдеке — беләк шуныҡы.
- Эш кешене кеше итер.
- Эш менән үткән ғүмер — алтын ғүмер.
- Эш оҫтаһынан ҡурҡа.
- Эш үҙе өйрәтә.
- Эш һөйгәнде ил һөйгән.
- Эш һөйгәндең дәрәжәһе артыр, эшлекһеҙлек боҙоҡлоҡҡа тартыр.
- Эш һөймәгән көн итмәҫ (күрмәҫ).
- Эш һөймәҫте ил һөймәҫ.
- Эш эшләгән интекмәҫ, эшләмәгән көн итмәҫ!
- Эш эшләнгәс — ирмәк, бөтмәй ҡалһа — имгәк.
- Эш яратҡан — уңған, яратмаған — туңған.
- Эше барҙың ашы бар, эше юҡтың ашы юҡ.
- Эше ҡаты, икмәге татлы.
- Эше юҡтың ҡәҙере юҡ, ҡәҙере юҡтың ҡәбере юҡ.
- Эшең бер булһын, берәгәйле булһын.
- Эшең булһа йөҙ, туҡлыҡлы килер көҙ.
- Эшең кире китһә, эше алға барғанға кәңәш ит.
- Эшең ҡаты булһа, тешеңә йомшаҡ булыр.
- Эшең теүәл булмаһа, кешегә күрһәтмә.
- Эшеңде башлар алдынан аҙағын уйла.
- Эшеңде кешегә тапшырма.
- Эшеңде эш иткәс кенә маҡтан.
- Эшкә теләк булһа, беләк сыҙар.
- Эшкә ялҡау (бала) һабаҡҡа аңҡау булыр.
- Эшкә булһа — «алла, башым», ашҡа булһа — «ҡайҙа ҡашығым?»
- Эшләгәндә йөрәгең елкенһен, ашағанда ҡолағың һелкенһен
- Эшләгәндән кеше үлмәй.
- Эшләмәй тамаҡ туймай.
- Эшләмәйенсә ашап булмай, ашамаһаң йәшәп булмай.
- Эшләнгән эш иргә ҡот, яҡшы эшләнһә, илгә ҡот.
- Эшләргә иренгән — ашарға тилмергән.
Башкирские пословицы о труде и службе
Кандидат на добавление в реестр ОНКН РБ